Кемерово өлкәһендә бала урлаған ҡатынға ҡарата суд башланған. Судтың беренсе ултырышында уҡ ҡатын шул рәүешле ирен янында тоторға теләүен белдергән. Ҡатын ирен, йөклөмөн, тип алдаған. Ә бер нисә айҙан перинаталь үҙәккә килә һәм бер баланы урлай. Был ваҡытта сабыйҙың әсәһе йоҡлап киткән була. Йыраҡ та китеп өлгөрмәй, ҡатынды баланың атаһы туҡтата. Был ваҡытта ул сабыйының юғалғанын белгән була. Ҡатын үҙен бик сәйер тота, баланың кейеме лә бик ҙур күренә. Ҡатынды шунда уҡ ҡулға алалар. Тик шуныһы ҙур һорау тыуҙыра: ҡатын нисек шулай бер ауырлыҡһыҙ бала табыу йортына инеп, сабыйҙы урлап алып сыға алды икән? Был учреждениеға бит ситтәрҙе түгел, хатта яҡын кешеләрҙе лә индермәйҙәр. Быны хоҡуҡ һаҡлау органдарына асыҡларға тура киләсәк.