газета "Салауат"
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Ғинуар 2020, 19:50

"Ҡыҙыма Вәсилә тип исем ҡуштым"

Ошо көндәрҙә Борай ауылында йәшәгән Хәнис Хәзимовтың арабыҙҙан иртә киткән Вәсилә Фәттәхова хаҡында китабы сығыуы хаҡында хәбәр иткәйнек ине. Унда яратҡан йырсыбыҙҙың әхирәте, Учалы ҡыҙы Әлфинә Ҡаһарманованың да иҫтәлектәре бирелгән.

Ошо көндәрҙә Борай ауылында йәшәгән Хәнис Хәзимовтың арабыҙҙан иртә киткән Вәсилә Фәттәхова хаҡында китабы сығыуы хаҡында хәбәр иткәйнек ине. Унда яратҡан йырсыбыҙҙың әхирәте, Учалы ҡыҙы Әлфинә Ҡаһарманованың да иҫтәлектәре бирелгән.
"Вәсилә менән Учалы музыка училищеһында 1995 – 1999 йылдарҙа бергә уҡыныҡ, әхирәттәр булып бөттөк, – тип яҙа Әлфинә. – Ул сибәр, йыйнаҡ кәүҙәле, етеҙ хәрәкәтле. Иптәштәре менән бик тиҙ уртаҡ тел тапты, дуҫлашты. 1998 йылда Вәсиләнең әсәһе фажиғәле вафат булды. 19 йәшлек ҡыҙға был тетрәткес ваҡиға ине. Беҙ барыбыҙ ҙа Вәсиләнең ҙур ҡайғыһын уртаҡлаштыҡ. 1999 йылда училищены тамамланыҡ. Мин Учалыла ҡалдым. Вәсилә һеңлеһе Әлфиәне эйәртеп Өфөгә китте. Әлфиә зәңгәр күҙле, алтын һымаҡ һары бөҙрә сәсле, үтә сибәр ҡыҙ ине. Ҡыҙым тыуғас, әхирәтем Вәсилә хөрмәтенә уның исемен ҡуштым.
Сәнғәт институтына беҙ бер заманда килдек. Һәр сессия һайын Вәсиләлә туҡтай инем. Мин уға байрамға, бер туған һеңлемә ҡунаҡҡа килгән кеүек килә инем. Ул кешеләрҙе яратты, яҡташтарҙы күргәс, йөҙө балҡып китә ине. Беҙҙә лә яҡшы фекер ҡалдырҙы үҙе тураһында. Беренсенән, уның холҡо оҡшаны. Түҙемле, ауырлыҡтарға сыҙам.
Бик һиҙгер, һәр бер кешегә ярҙамға килергә әҙер. Ысын дуҫ. Ул белгән бер сер ҙә ят кешегә сыҡмаҫ. Һөйләшкәндә тыныс һәм йомшаҡ тауышы оҡшай ине.
Вәсилә менән Әлфиә минең тыуған яғыма, атай-әсәйҙәрем йәшәгән Учалы районының Мансур ҡасабаһына йыш ҡунаҡҡа килде. Уның тауышы үҙенән-үҙе ағыла һымаҡ. Ул йырлағанда һандуғастар тауышын, урмандар шаулауын, һыуҙарҙың селтерәп аҡҡанын ишетергә мөмкин ине. Биргән бит Хоҙай тауышты! Бар ғүмерен сәхнәгә бағышларға ине иҫәбе. Уҡыуҙа ла бик өлгөр. Беренсе йылдарҙан уҡ уның музыкаль әҙерлеге юғары булды. Сәнғәт тарихын яҡшы белә, композиторҙар әҫәрҙәрен бик еңел һәм оҫта башҡара.
Беҙ уның уңыштарына һөйөнәбеҙ, ғорурланабыҙ. Беҙ уның атаҡлы йырсы булырын шул йылдарҙа уҡ аңланыҡ. 2006 йылда Әлфиәһен юғалтҡас, ул йөрәгендәге моңон, һағышын таратыр өсөн концерт бригадаһы ойоштороп ебәрҙе. Мине бэк-вокалға ҡуйҙы. Әнүәр менән икеһе ҙур программа төҙөп, "Йәштәр" мәҙәниәт һарайына реклама урынлаштырҙыҡ. Концерт ике көндә ҙур уңыш менән үтте. Был уның яңынан сәхнәгә ҡайтыуы булды".
Фото: "Бәйләнештә".
Автор: Венер Исхаҡов
("Башҡортостан" гәзитенән алынды).
Читайте нас: