газета "Салауат"
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Ғинуар 2020, 19:45
"Әсәһенең машинаһын һатҡанға үпкәләне..."
Йырсы Вәсилә Фәттәхованың ире Илгиз Ғәбдрәҡипов ҡыҙының операцияһы, улының уға үпкәләүе һәм үҙенең шәхси тормошо тураһында һөйләгән.
Йырсы Вәсилә Фәттәхованың ире Илгиз Ғәбдрәҡипов ҡыҙының операцияһы, улының уға үпкәләүе һәм үҙенең шәхси тормошо тураһында һөйләгән.
- Илгиз, нисек хәлдәрегеҙ?
- Әкренләп бара. Кәрим икенсе класта уҡып йөрөй. Тиҙҙән - тыуған көнө, туғыҙ йәш тула. Бүләккә һуңғы модель телефон һорай. «Өслө»ләрең булмаһа, алам, тигәйнем, әммә рус теленән билдәһен төҙәтә алмай әле, ауыр бирелә. Камила әлегә тәпәй китмәһә лә, үҫешендә үҙгәрештәр бар. Үҙенсә һөйләшә, уйнай. Тыуғанда оса һөйәге һәм бот быуындары зыян күргән, быйыл операция планлаштырҙыҡ. Әлегә ул борсомаһа ла, йылдар уҙғас, һыҙлай башларға мөмкин, тине табип. Операция Мәскәүҙә буласаҡ.
- Кәрим әсәһен йыш хәтеренә төшөрәме? Илаймы?
- Юҡ, уның бер ҡасан да илағаны булманы, йыш моңая. "Әсәй табут эсендә ятамы һуң?" кеүек һорауҙар биреп ҡуя ул, үҙем дә аптырайым. Үҫә барған һайын дуҫтары ла, шөғөлдәре лә күбәйә, кәйефһеҙ йөрөргә ваҡыты юҡ. Ул барыһын да аңлай, йөрәге һыҡраһа ла, түҙә. Күптән түгел әсәһенең машинаһын һатырға тура килде. Тик тора, йылдар уҙған һайын моделе лә иҫкерә, серей... Башта Кәримгә машинаны сервиста тип алданым. Ә инде һатҡанды белгәс, үпкәләне. Ҡыҙғаныс, иҫтәлек итеп һаҡлай торған әйбер түгел шул.
- Ә Вәсиләнең иҫтәлеге итеп ниндәй әйберҙәрен һаҡлайһығыҙ?
- Барлыҡ маҡтаулы наградаларын, тапшырылған бүләктәрен. Эштә бының өсөн махсус мөйөшөм бар.
- Һеҙ ҡабаттан ғаилә ҡорманығыҙмы?
- Барыһы ла был һорауҙы бирә. Юҡ. Балалар минең өсөн беренсе урында. Шәхси тормошто уйлаған юҡ...
Фото: "Бәйләнештә".
Автор: Самат Ғәлин
("Башҡортостан" гәзитенән алынды).
Читайте нас: