Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин социаль селтәрҙәрҙе әүҙем ҡуллана. Бөгөн уның Инстаграмдағы сәхифәһендә шәхси проблемаһы тураһында пост килеп сыҡты. Министр республика халҡынан ярҙам һораған.
“Ошо көндәрҙә шкафта эленеп торған “бәхетле” костюмыма барып төртөлдөм. Ун йыл элек уны кейеп уңышлы диссертация яҡлағайным. Модаһы сыҡмаған яҡшы классик костюмымды йәнә кейергә булдым. Тик йылдар буйы йыйылған сюрприз һиҙәптәргә бойкот иғлан итте. Улар эленмәне.
Ташлап ҡуйылған спорт, дөрөҫ булмаған көн һәм туҡланыу режимы – быларҙың барыһы ла йыйылған килограмдарҙа сағылыш таба.
Тирә-яҡ мөхиттең насар тәьҫире, зыянлы аҙыҡ-түлек, артыҡ юғары булмаған һаулыҡ һаҡлау кимәле, генетик мираҫ тип күпме генә әйтһәк тә, беҙҙең ҡәҙерле һаулығыбыҙҙың 50 проценты үҙебеҙҙән тора”, – тип яҙа Максим Забелин.
Ҡыҫҡаһы, министр ныҡлап сәләмәт тормош рәүеше алып барырға булған. Тик уға бының өсөн етди мотивация етмәй. Шуға ул интернет ҡулланыусыларҙан ярҙам һораған. “Кемдә яҡшы һөҙөмтәгә өлгәшеү өлгөләре бар?” тип яҙа ул.
Уға яуаптар килә лә башлаған. Мәҫәлән, ғашиҡ булырға, аҙыҡ-түлектең составын тикшерергә, ҡандағы шәкәрҙе үлсәргә, спорт менән шөғөлләнергә, дөрөҫ туҡланырға, алтынан һуң ашамаҫҡа, күберәк саф һауала йөрөргә һәм башҡалар.
Министр, әлбиттә, хаҡлы. Һеҙ ҙә элекке кейемдәрегеҙҙе кейеп ҡарағыҙ әле. Бәлки, ябығырға ваҡыттыр...