газета "Салауат"
-14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Ғинуар 2020, 19:50

Мәктәптәр карантинға ябыла

Башҡортостанда киҙеү һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән ауырыусылар һаны ҡырҡа артыу сәбәпле, ҡайһы бер мәктәптәр һәм балалар баҡсалары карантинға ябылырға ҡарар иткән.

Башҡортостанда киҙеү һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән ауырыусылар һаны ҡырҡа артыу сәбәпле, ҡайһы бер мәктәптәр һәм балалар баҡсалары карантинға ябылырға ҡарар иткән.
Республиканың Мәғариф министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, әлегә бөтәһе 29 класс һәм төркөм эшен туҡтатҡан. Улар иҫәбендә Салауат, Бөрө, Учалы, Дыуан, Балаҡатай һәм башҡа райондар, шулай уҡ Өфө, Салауат һәм Ағиҙел ҡалалары бар.
"Роспотребнадзор" мәғлүмәттәре буйынса, үткән аҙнала төбәктә киҫкен респиратор вирус инфекцияһы һәм киҙеү менән 20 916 кеше ауырыған, шул иҫәптән Өфөлә - 6 700 кеше. Сирләгәндәр араһында балалар күп.
Фото: nod2.ru
Автор: Рәмилә Мусина ("Башҡортостан" гәзитенән) https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/M-kt-pt-r-karantin-a-yabila-99319/
Читайте нас: