газета "Салауат"
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Ғинуар 2020, 20:00

Үлмәгән әле, тип уйланыңмы!..

Башҡортостанда 8 йәшлек баланы йәйәүлеләр үткәүелендә бәрҙереп, юл-транспорт ваҡиғаһы урынынан ҡасҡан водителде эҙләйҙәр.

Башҡортостанда 8 йәшлек баланы йәйәүлеләр үткәүелендә бәрҙереп, юл-транспорт ваҡиғаһы урынынан ҡасҡан водителде эҙләйҙәр.
Ул хәл 28 ғинуар Нефтекамала була. Малай музыка мәктәбе эргәһендә үткәүелдән юлды аша сығып барғанда машина тәгәрмәстәре аҫтында ҡала. Был водитель шунда уҡ ҡасмай, әлбиттә. Ул баланы машинаһына ултыртып, оптика эргәһенәрәк килә лә, уның ниндәй йәрәхәттәр алғанлығын ҡарап сыға. Етди йәрәхәт юҡ тип табамы, шунан уны кире музыка мәктәбе янына килтереп ҡалдырып китә.
Ә ғәмәлдә малайҙың мейеһе һелкенгән, унан башҡа ла йәрәхәттәре бар. Ул дауаханаға эләккән.
Ололарҙың битарафлығына, намыҫһыҙлығына аптырарһың. Бәлә тыуғанда, кемдең ғәйепле булыуына ҡарамаҫтан, иң тәүҙә зыян күреүсегә (бала булһа айырыуса) ярҙамға ашығырға тейешбеҙ бит.
Фото: vk.com
Автор: Аклима Гизатуллина ("Башҡортостан" гәзитенән) https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/lm-g-n-le-tip-uylani-mi-99847/
Читайте нас: