Әле Германияла дүрт кешенең ауырығаны асыҡланды, улар Штарнберг округындағы "Webasto" компанияһында эшләгән. Вирус йоҡторғандар клиникаға урынлаштырылһа, улар менән аралашҡандар әлеге ваҡытта тикшереү үтә.
"Webasto" компанияһы Штокдорфтағы штаб-фатирын 2 февралгә тиклем ябырға ҡарар иткән. Был ойошмала 13 мең хеҙмәткәр иҫәпләнһә, уларҙың бер мең тирәһе Штокдорфтағы бүлексәһендә эшләгән. Тәүгеләрҙән булып ауырып киткән Бавария кешеһенең бер нисә аҙна элек Ҡытайҙағы хеҙмәттәше менән аралашҡаны асыҡланған. Сит ил гражданы Штокдорфтағы офисҡа килгән икән. Тыуған иленә ҡайтҡас, уның 2019-nCoV вирусын йоҡторған булыуы асыҡланған. Уның менән аралашҡан 40 кеше әлеге мәлдә амбулатор күҙәтеү аҫтында.
Шулай уҡ Гонконгта, Макаола, Тайванда, Австралияла, Вьетнамда, Канадала, Малайзияла, Непалда, Сингапурҙа, Америкала, Таиландта, Францияла, Көньяҡ Кореяла һәм Японияла ауырығандар барлығы раҫланды. Коронавирус ҡорбандары арта. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, Ҡытайҙың Хубэй провинцияһында 26 кеше һәләк булһа, дөйөм ҡорбандар һаны 132-гә еткән. Вирус тиҙ тарала, тәүлек эсендә тағы ла 1459 осраҡ теркәлде. Шулай итеп, Ҡытайҙа 5974 кеше зарарланған. Урындағы власть белдереүенсә, коронавирус менән сирләүселәр һаны 9239 кешегә етеүе лә ихтимал.