газета "Салауат"
+12 °С
Облачно
Новости
30 Января 2020, 03:45

Күрһәтелгән ярҙам мәсьәләне хәл итерме?

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова әйтеүенсә, республикала тыуым коэффициенты бер ҡатынға 1,542 тәшкил итә.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова әйтеүенсә, республикала тыуым коэффициенты бер ҡатынға 1,542 тәшкил итә. Ә халыҡтың тулыланып тороуы өсөн был күрһәткестең 2,1-гә етеүе кәрәк.
Башҡортостанда иң юғары күрһәткес 2014 йылда күҙәтелгән - 1,948. Ә 2015 йылдан ул түбәнәйә башлаған. Ленара Иванова әйтеүенсә, илдә был коэффициентты 1,7-гә еткереү бурысы тора. Тыуым һанын ғына түгел, ә бер ҡатынға тура килгән бала һанын арттырыу талап ителә.
Һорау алыуҙарҙан күренеүенсә, ҡатын-ҡыҙҙың 67 проценты торлаҡ, тейешле инфраструктура, һалым ташламалары булғанда тағы бер бала табыу теләген белдергән. Ҡатын-ҡыҙҙың 40 проценты өсөн аҡса түләү мөһимлеге асыҡланған. Ошо көндәрҙә ярҙам саралары буйынса министрлыҡта юл картаһы әҙерләнә.
“Демография” милли проектына ярашлы, ғаиләгә, балалар тәрбиәләүсе ата-әсәгә мөнәсәбәт ҡырҡа үҙгәрергә тейеш. Бында эш биреүселәрҙең мәсьәләне аңлап эш итеүе мөһим.
#Миллипроекттар
Читайте нас