Иглин районының Оло Тәләк ауылында йәшәүсе ир үҙенә ҡасандыр янғынды иҫкәртеү приборы бирелеүенә, моғайын, һөйөнөп бөтә алмайҙыр. Төндә тәрән йоҡоға талғас, ошо янғынды иҫкәртеү приборының әсе тауышына һиҫкәнеп уяна ул.
Бәләгә ҡалғанын күреп, өй хужаһы янғын һүндереүселәргә шылтырата һала. Үҙ көсө менән утты һүндереүгә тотона. Һөҙөмтәлә йортто янғын ялмарға өлгөрмәй ҡала, сама менән иҙәндең бер квадрат метр майҙанына зыян килтерелә, тип хәбәр итә Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты. Белеүебеҙсә, янғын һүндереү приборы республика бюджеты иҫәбенә, йорт хужаһының 55 йәштән өлкән яңғыҙ кеше булыуын иҫәпкә алып ҡуйылған.
Был һиҙгер прибор 2016 йылдан алып республикала 343 кешене янғындан ҡотҡарҙы, шуларың 134-е - балалар.
Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты