Унда Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, республика Хөкүмәте ағзалары ҡатнашты. Кәңәшмәлә Башҡортостандан Дәүләт Думаһы депутаттары етәкселек иткән сәнәғәтте, ауыл хужалығын, торлаҡ-коммуналь өлкәне, транспорт һәм юл инфраструктураһын, һанлы иҡтисадты, эшҡыуарлыҡты, һаулыҡ һаҡлауҙы, мәғарифты һәм фәнде, мәҙәниәтте, спортты, туризмды үҫтереүгә, демографик хәлде яҡшыртыуға, тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға йүнәлтелгән милли проекттар һәм программалар нигеҙендә федераль аҡсаны йәлеп итеү буйынса эш төркөмдәренең эшмәкәрлек һөҙөмтәһе тикшерелде.