Ырымбур өлкәһе вәкилдәре республикалағы
“Үҫеш нөктәһе” үҙәктәренең эше менән танышты. Тиҙҙән Ырымбурҙа ла масштаблы проект - “Үҫеш нөктәһе” бойомға ашырыласаҡ.
Былтыр Башҡортостанда бындай үҙәктәр 133 ауыл мәктәбе базаһында ойошторолдо. Был эш "Мәғариф" милли проекты сиктәрендә бойомға ашырыла. Ырымбур өлкәһендә әлеге проект беренсе тапҡыр старт аласаҡ. Был эшлекле осрашыу уларға беҙҙең республикала “Үҫеш нөктәһе” үҙәктәренең нисек барлыҡҡа килеүен, уларҙың нисек эшләүен, ниндәй ауырлыҡтар килеп тыуыуын белеү өсөн кәрәк
Ике ведомство вәкилдәре Федоровка, Стәрлебаш райондарындағы һәм Ергән ҡасабаһындағы үҙәктәрҙә булды. Ҡунаҡтар йыһаздар менән танышты, балалар менән аралашты, үҙәк педагогтары менән уртаҡ мәсьәләләр тураһында фекер алышты.