газета "Салауат"
+22 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Ғинуар 2020, 11:15

Дәүләт Думаһына врачтарҙы фатир менән тәьмин итеү проекты индереләсәк

Дәүләт Думаһы депутаттары яҡын арала парламенттың түбәнге палатаһына төбәктәрҙә врачтарҙы хеҙмәт торлағы менән тәьмин итеү тураһында закон проектын индерергә йыйына. РФ Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә врачтарҙың һәм фельшерҙарҙың торлаҡ проблемаһын хәл итергә саҡырҙы.

«Президенттың Мөрәжәғәтнамәһендәге медиктарҙы хеҙмәт торлағы буйынса йөкләмәһен тормошҡа ашырыуға ярашлы закон проектын әҙерләнә, - тип белдерә Дәүләт Думаһының торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса комитет етәксеһе Галина Хованская. - Шул уҡ ваҡытта беҙ социаль найм тураһында һүҙ йөрөтмәйбеҙ, сөнки 10 йылдан һуң был торлаҡты алыу тураһында һорау тыуасаҡ... Ә ҡайһы берәүҙәр уны милеккә алғыһы килмәҫ, сөнки торлаҡ милеккә күсеү менән капремонт өсөн иғәнә, страховка, кадастр хаҡынан һалым барлыҡҡа килә».
#ВладимирПутин
Читайте нас: