Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Ғинуар 2020, 17:00

Йылылыҡ өсөн яңылыш түләтмәһендәр...

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтенең республика Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендә үткәрелгән сираттағы оператив кәңәшмәһендә Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары - торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев халыҡтың йылылыҡ менән тәьмин итеү буйынса түләү квитанцияларында хаҡтың артыҡ юғары булыуы тураһындағы ялыуҙары сәбәпле күрелгән саралар тураһында һөйләне.

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтенең республика Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендә үткәрелгән сираттағы оператив кәңәшмәһендә Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары - торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев халыҡтың йылылыҡ менән тәьмин итеү буйынса түләү квитанцияларында хаҡтың артыҡ юғары булыуы тураһындағы ялыуҙары сәбәпле күрелгән саралар тураһында һөйләне. Идарасы компаниялар биргән бындай хаҡҡа ялыуҙар, белеүебеҙсә, һуңғы айҙарҙа йышайҙы.
Борис Беляев белдереүенсә, был ялыуҙар килгән йорттар буйынса рейдтар үткәрелгән. Һөҙөмтәлә иҫәп приборҙарының аныҡ эшләмәүе, идарасы компанияларҙың уларҙы тикшермәүе һәм, ғөмүмән, хәбәрҙар булмауы асыҡланған. Муниципаль учрежденеиларға был турала иҫкәртеү ебәрелгән һәм ике аҙна эсендә хәл төҙәтелергә тейеш.
– Һәр йомала торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса кәңәшмәләрҙә ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар йыйыуҙы ойоштороу мәсьәләһе тикшерелә, хәҙер килеп, йылылыҡ өсөн түләү кваитанциялары менән килеп тыуған проблемалар ҙа аҙна һайын ҡаралырға тейеш, – тине Радий Фәрит улы. – Киләһе йылытыу миҙгеле башланғанда бөтә был етешһеҙлектәр бөтөрөлөргә тейеш.
Фото: zen.yandex.ru.
Автор: Рәшит Кәлимуллин
("Башҡортостан" гәзитенән)
Читайте нас: