газета "Салауат"
+2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Ғинуар 2020, 00:00
Уйлап еткерелмәгән...
Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы үҙе тәҡдим иткән идеянан баш тартырға булды. Һүҙ табиптарға абортты иҫкәрткән өсөн биш мең һум аҡса түләү тураһында бара.
Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы үҙе тәҡдим иткән идеянан баш тартырға булды. Һүҙ табиптарға абортты иҫкәрткән өсөн биш мең һум аҡса түләү тураһында бара.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ошо йылдың 20 ғинуарында ведомство сайтында “Миңә бүләк ит” программаһы өсөн юл картаһы проекты күренде. Ауырынан ҡотолорға йыйынған ҡатынды был теләгенән тейешле һүҙҙәр табып баш тартырға мәжбүр иткән акушер-гинекологтарға бишәр мең һум аҡса түләү тәҡдим ителде. Республика бюджетынан йыл һайын ошо маҡсатҡа биш миллион һум аҡса талап ителер ине.
Был яңылыҡты хуплаусылар менән бер рәттән, ҡырҡа ҡаршы төшкәндәр, өнәмәгәндәр, икеләнгәндәр булды. Һәр хәлдә, тәҡдимдең тейешенсә уйлап еткерелмәгәне көн кеүек асыҡ. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы документты сайттан алды.
Фото: UfasityNews.ru
Автор: Дина Арсланова ("Башҡортостан" гәзитенән) https://bash.rbsmi.ru/articles/sotsial-m-s-l/Uylap-etkerelm-g-n-92710/
Читайте нас:
Новости партнеров
Ҡыш ҡасан килә?
Уфимский лимонарий – точка притяжения туристов со всех концов России
Балтачлар аккошлар гаиләсе өчен борчыла