Рәсәй Президенты хөкүмәткә әсәлек капиталы аҡсаларын тотоноу буйынса бирелгән ғаризаларҙы ҡарау ваҡытын ҡыҫҡартыу буйынса ҡануниәткә үҙгәрештәр индерергә ҡушты.
Документтан күренеүенсә, ваҡыт Пенсия фонды һәм балалы ғаиләләргә ипотека биреүсе банк араһында электрон хеҙмәттәшлекте ойоштороу иҫәбенә ҡыҫҡартыртылырға тейеш.
Владимир Путин яңыраҡ Федераль Йыйылышҡа үҙенең Мөрәжәғәтнамәһендә социаль ярҙам саралары буйынса бик күп, шул иҫәптә әсәлек капиталы буйынса, тәҡдимдәр менән сығыш яһаны. Быйылдан алып әсәлек капиталын тәүге бала тыуғас та уҡ, 466 мең 617 һум күләмендә биреләсәк. Икенсе бала тыуғанда ул 616 мең 617 һумға тиклем күтәрелә һәм индексацияланып торасаҡ. Әсәлек капиталын 2026 йылға тиклем оҙайттылар.
#ВладимирПутин