Йырсы Гүзәл Уразова Мәскәүҙә гөрләтеп концерттар уҙғарғанда, унда уның ҡыҙы Эллари ҙа ҡатнашты. Уның йырлауын бик күптәр оҡшатты. Гүзәл Уразова менән Илдар Хәкимовтың ҡыҙҙары быйыл туғыҙынсы класты тамамлай. Ул киләсәктә ата-әсәһе кеүек йырсы булырға теләйме икән?
Әсәһе инстаграмда Эллариҙың уй-фекерҙәре менән уртаҡлаша.
- Бөгөн минең өсөн иң мөһиме - 9-сы класты яҡшы билдәләргә тамамларға. Алда ҙур имтихандар - ОГЭ бирәһе бар. Мин хәлде 9-сы синыф уҡыусылары ғына түгел, ғөмүмән, мәктәптә уҡыған һәр кем аңлайҙыр, тип уйлайым”.
Әсәйем менән атайымды яратам һәм хөрмәт итәм. Уларҙың әйткән һәр бер өгөт-нәсихәттәре ҡәҙерле. Кес кенә сағымда уларҙы бик һирәк күрә инем... Телевизорҙан ҡарап уларҙың йырҙарын тыңлай, ҡушылып йырлай инем. Һағынып илаған саҡтар ҙа булды.
Минең әсәйем-атайым йыш ҡына: “Ҡыҙым, һинең кем булаһың килә?” - тип һорайҙар. “Йырсы булаһың килмәйме?” - тип тә һорағандары булды. Мин шуны ғына теүәл әйтә алам - йырсы булмаҫ инем. Шулай ҙа, йырға уҡымаһам да, вокал мәктәбем булмаһа ла, күңелемдән йырларға яратам. Ләкин үҙемде башҡа өлкәлә күрәм, - тигән уйҙар менән йөрөй Эллари.