газета "Салауат"
-15 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Ғинуар 2020, 00:05

Гөлназ Шафиҡова эштән бушатылды

2020 йылдың 25 ғинуарынан Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институты директоры Гөлназ Шафиҡова менән хеҙмәт килешеүе өҙөлгән.

2020 йылдың 25 ғинуарынан Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институты директоры Гөлназ Шафиҡова менән хеҙмәт килешеүе өҙөлгән.
Бойороҡҡа ярашлы, кисә уның был вазифала һуңғы эш көнө булған. Төп сәбәп – хеҙмәт килешеүе срогы тамамланыуы.
Директор бурыстарын ваҡытлыса башҡарыу институт проректоры Альберт Ташбулатовҡа йөкмәтелгән.
Гөлназ Шафиҡова республиканың Мәғариф министрлығына 2015 - 2018 йылдарҙа етәкселек итте. 2018 йылдың декабрендә Мәғарифты үҫтереү институты директоры итеп тәғәйенләнгәйне.
Фото: ProUfu.ru
Автор: Дина Арсланова ("Башҡортостан" гәзитенән) https://bash.rbsmi.ru/articles/belem-m-t-rbi/G-lnaz-Shafi-ova-esht-n-bushatildi-93031/
Читайте нас: