Ҡамыр өсөн: 2 стакан он, 1 стакан ҡайнар һыу, 2 ҡалаҡ көнбағыш майы, эслек өсөн: 0,5 балғалаҡ тоҙ, ит фаршы, 2 баш һуған, табала ҡыҙҙырыу өсөн: 1 ҙур баш һуған, кишер һәм көнбағыш майы.
Ҡамыр әҙерләү өсөн онға май һалабыҙ һәм бутай башлағас, әҙләп кенә ҡайнар һыуҙы ҡоябыҙ. Ҡамырҙы баҫып, ситкә алып торабыҙ.
Фаршҡа ваҡ ҡына итеп туралған һуғанды, тоҙ, борос өҫтәйбеҙ, матур итеп болғатабыҙ.
Кишерҙе ҡырғыс аша үткәреп, һуғанды турап, майлы табала ҡыҙҙырырға ҡуябыҙ.
Уның араһында ҡамырҙы йәйәбеҙ ҙә, 10 см киңлегендә буйға ҡырҡып сығабыҙ. Ошо киҫәктәрҙең яртыһына тиклем фаршты һалып сығабыҙ һәм ҡамырҙың икенсе өлөшө менән фаршты ҡаплап, рулет кеүек урайбыҙ. Әҙер раузаларҙы табалағы ҡыҙҙырылған кишер менән һуған өҫтөнә һалабыҙ һәм уларҙың яртыһына еткәнсе һыу ҡойоп, 20-25 минутҡа бешерергә ултыртабыҙ.