Уҙған ял көндәрендә Башҡортостандың Ишембай районы Ғүмәр ауылында янғын теркәлеүе һәм унда өс кешенең ғүмере өҙөлөүе хаҡында хәбәр иткәйнек инде. Янғында өс йәшлек малай, уның 23 йәшлек әсәһе һәм 59 йәшлек өләсәһе һәләк була. Бөгөн республика хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Яҡындары һәләк булған ғаиләгә ярҙам итергә кәрәк», тип белдерҙе.
Үлгән малайҙың ике йәшлек һеңлеһен күрше йортта йәшәгән ир уттан алып сыҡҡан.
«Зыян күргән бала Ишембай үҙәк район дауаханаһына оҙатылған. Ҡыҙыҡайҙы атаһы һәм уны ата-әсәһе ҡарай. Район хакимиәте һәм ауыл биләмәһе туғандарына мәрхүмдәрҙе ерләүҙә тейешле ярҙам күрһәтер, — ти Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров. — Ведомство-ара тәфтиш-оператив төркөм янғын сәбәптәрен асыҡлай».
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, яҡындарының ғүмере өҙөлгән ғаиләгә ярҙам итеү зарур.
«Район башлығы әйтеүенсә, ғаилә имен тип һаналған. Ә муниципалитет етәкселегенең бөтә көсө имен булмаған ғаиләләр менән эшләүгә йүнәлтелгән. Бәлки, янғын тураһында иҫкәрткән приборҙарҙы ҡулланыу даирәһен киңәйтергә кәрәктер. Был ҙур аҡса түгел, приборҙар ғүмерҙәрҙе ҡотҡара бит. Һеҙҙән тәҡдимдәр көтәм. Иҫәпләгеҙ, нимә эшләргә мөмкин икәнлеген уйлағыҙ», — тине Радий Хәбиров Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесенә.