газета "Салауат"
-15 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Ғинуар 2020, 12:15

Ҡайҙа күпме ауырыйҙар?

Республикала һәр 100 мең кешегә 515,1 үлем осрағы тура килә. Был турала республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итә.

Республикала һәр 100 мең кешегә 515,1 үлем осрағы тура килә. Был турала республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итә.Үткән йылдың ун айында иң юғары үлем осрағы Федоровка районында теркәлгән. Бында 100 мең кешегә инфаркт һәм инсульт сирҙәренән үлем осраҡтары 686,6 тәшкил итә. Нуриманда был күрһәткес - 675,7, Миәкәлә - 642,9, Стәрлебашта - 638,1 һәм Белорет районында - 635,5.

Ә бына Ағиҙел, Октябрьский, Нефтекама ҡалаларында, Саҡмағош һәм Бүздәк райондарында күрһәткестәр уртаса республиканыҡынан түбән.

Республикала йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәрен иҫкәртеү һәм дауалау буйынса ҙур эш алып барыла, яңы технологиялар индерелә, ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, заманса ҡорамалдар һатып алына.
#Миллипроекттар
Читайте нас: