Кисә Ишембай районы Ғүмәр ауылында ҡот осҡос янғын сыҡҡайны. Унда ике йәшлек сабый ғына иҫән ҡалған. Ә ике ҡатын һәм өс йәшлек малай һәләк булған. Ҡыҙыҡайҙы кем ҡотҡарған һуң? Ул бәләнән нисек ҡотолған? Асыҡланыуынса, уны күршеләре ҡотҡарған. Улар янған йортҡа йүгереп ингән һәм был баланы табып алып сыҡҡан. Әле ҡыҙыҡай дауаханала, хәле уртаса ауырлыҡта, ғүмеренә бер ни ҙә янамай.
Ваҡиға буйынса Енәйәт кодексының 109-сы статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды (яңылышлыҡ буйынса ике һәм унан күберәк кешене үлтереү).
"Урынды ҡарап сыҡтылар, кәрәкле тикшеренеүҙәр билдәләнде. Улар һөҙөмтәһе буйынса янғындың нилектән сыҡҡанын һәм кешеләрҙең нисек үлгәнен асыҡлаясаҡтар, - тиҙәр Тәфтиш комитетында. – Янғынды күргәндәрҙән, шаһиттарҙан һорау алына. Был енәйәт эшен тикшереүҙе республиканың Тәфтиш комитеты етәкселеге үҙ контроленә алды".
Фото Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәтенән алынды.