газета "Салауат"
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Ғинуар 2020, 23:50
Илһөйә Бәҙретдинова Өфө аэропортын аяҡҡа баҫтырған
Яратҡан йырсыбыҙ Илһөйә Бәҙретдинова һуңғы көндәрҙә борсоуға һалғайны: дауахананан видеолар менән уртаҡлашты, уға уколдар яһайҙар, система ҡуялар. Ысынында нимә булғанын ул әйтмәне.
Яратҡан йырсыбыҙ Илһөйә Бәҙретдинова һуңғы көндәрҙә борсоуға һалғайны: дауахананан видеолар менән уртаҡлашты, уға уколдар яһайҙар, система ҡуялар. Ысынында нимә булғанын ул әйтмәне.
Илһөйә дауаханаға Өфө радиоһында тура эфирҙан һуң эләгә. Уны шәбәйтеп, аэропортҡа оҙаталар. Ошо көндәрҙә йырсы Себер яғына гастролдәр менән сығып китә. Өфөнән Нижневартовскиға осҡан самолетҡа саҡ-саҡ һуңламайҙар.
«Киттек такси менән самолетҡа. Ныҡ-ныҡ һуңға ҡалабыҙ. Ярты сәғәттән самолет Нижневартовскиға оса... Таксист малай быны белеп ҡалды ла саба ғына! Камера тимәй, светофор тимәй... Бөтә белгән доғалар иҫкә төштө... 20 минутта килеп еттек аэропортҡа. Шлагбаумдан индермәйҙәр, эшләмәй, көтөгөҙ, тиҙәр. Сумаҙандарҙы күтәреп йәйәү йүгерҙек. Ул арала яныбыҙға бик текә машинала бик сибәр ханым килеп туҡтаны. «Ҡыҙҙар, нимә булды?» ‒ ти. Тиҙ генә ултыртып алып сапты. Беҙ аэропортҡа килеп ингәндә, бөтә бинаға «Өфө ‒ Нижневартовск самолетына ултырыу тамамланды», ‒ тип яңғыраталар ине. "Нисек бөттө? - мин әйтәм, - беҙ бар бит әле..."
Рәхмәт яуһын унда эшләгәндәргә! Бөтә аэропорт ҡыҙҙары һәм егеттәре беҙгә ярҙам итергә тотондо. Самолетты аҙ ғына тотҡарлап, беҙҙе индереп ултырттылар... Себерҙә генә уянып киттем. Бында -20 градус. Фәтихйән ағай, йылдағыса, матур итеп ҡаршы алды, ашатты-эсерҙе... Рәхмәтем сикһеҙ уға. Уйлап ятам, бер көн эсендә күпме кеше ярҙам итте беҙгә!" - тип яҙҙы йырсы.
Фото: "Бәйләнештә".
Автор: Самат Ғәлин ("Башҡортостан" гәзитенән) https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Il-y-B-retdinova-f-aeroportin-aya-a-ba-tir-an-90471/
Читайте нас:
Новости партнеров
1 ғинуарҙа саҡ үлемдән ҡалған
На уровне молекул
“Ана капиталы” акчасы калган иде