Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Ғинуар 2020, 23:25

Етем ҡалған сабыйҙың хәле нисек?

Былтыр сентябрҙә бар республиканы тетрәндергән енәйәтте хәтерләйһегеҙҙер: Бүздәк районының Шығайҡулбаш ауылында ике ҡатындың мәйете табылғайны.

Былтыр сентябрҙә бар республиканы тетрәндергән енәйәтте хәтерләйһегеҙҙер: Бүздәк районының Шығайҡулбаш ауылында ике ҡатындың мәйете табылғайны.
Кемдер уларҙы балта менән сабып үлтергән, ә яндарында булған һигеҙ айлыҡ малайға теймәгән. Шунда уҡ, был енәйәтте ҡатындың элекке ире Рәмил башҡарғандыр, тигән фараздар барлыҡҡа килде. Һәм ул ысынға сыҡты: ир көнләшеүҙән ҡатынын һәм ҡәйнәһен үлтерә лә урманға ҡаса.
Ике аҙна самаһы ваҡыт үткәс, Рәмилдең кәүҙәһе табыла: ул үҙ-үҙенә ҡул һалған була. Шулай итеп, һигеҙ айлыҡ ҡына сабый тома етем ҡала. Уның әсәһе яғынан туған тейешле бер кешеһе лә булмай сыға. Ә бына бөгөн “Уфа1” баҫмаһы яҙып сығыуынса, малайҙы Рәмилдең бер туған апаһы үҙенә алған икән.
“Ул ире менән үҙенең дә балаһын тәрбиәләй. Сабыйҙары етем ҡалған малайҙан ике айға ғына бәләкәй. Балалар игеҙәктәр кеүек бергә үҫә, барыһы ла яҡшы”, - тигән ауыл советы вәкиле.
Бынан тыш, Рәмилдең ата-әсәһе лә ярҙам итә икән.
Бер кешенең уйламай ҡылған ҡылығы күпме бәлә килтерҙе: өс кеше һәләк булды һәм бала етем ҡалды. Әлдә ҡустыһының хатаһын нисек тә төҙәтерҙәй апаһы бар, юғиһә сабый ят ҡулдарға эләгер йә балалар йортонда үҫер ине бит. Малайға киләсәктә бәхет йылмайһын.
Фото: Уфа1.
Автор: Альфия Мингалиева ("Башҡортостан" гәзитенән) https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Etem-al-an-sabiy-i-h-le-nisek-93703/
Читайте нас: