газета "Салауат"
-16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Ғинуар 2020, 23:40

Автобусҡа утлы ҡоралдан атҡандар

Өфөләге Үҙәк баҙар эргәһендә билдәһеҙ кешеләр маршрут автобусына һөжүм иткән. Ваҡиғаның шаһиты мәғлүмәтте социаль селтәргә һалған.

Өфөләге Үҙәк баҙар эргәһендә билдәһеҙ кешеләр маршрут автобусына һөжүм иткән. Ваҡиғаның шаһиты мәғлүмәтте социаль селтәргә һалған.
Асыҡланыуынса, Өфө – Бүздәк маршруты буйынса йөрөгән автобусҡа утлы ҡоралдан атҡандар. Өс кеше транспорттың тәҙрәләрен ватҡан, тәгәрмәстәренә зыян килтергән. Әле социаль селтәрҙә "нисек ҡорал менән тәҙрәне селпәрәмә килтерергә була?" тип бәхәсләшкәндәр ҙә бар.

Әле енәйәт урынында тикшереү-оператив төркөм эшләй, тәртип боҙғандарҙы эҙләйҙәр.

Фото: instagram.com
Автор: Рәмилә Мусина ("Башҡортостан" гәзитенән) https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Avtobus-a-utli-oraldan-at-andar-93684/
Читайте нас: