Баланың ҡайһы мәктәптә, нисек уҡыуы мөһим түгел, хатта яҙыуҙың йөкмәткеһе лә. Бындай фажиғәләр һәр ата-әсәне һиҫкәндерергә, уйландырырға тейеш.
Үҫмерҙәр бөтөнләй башҡа донъяла йәшәй, беҙҙең өсөн төймәләй күренгән проблемалар уларға – дөйәләй. Сынығыу алмаған холоҡтары йомшаҡ, кәйефтәре тиҙ ҡырылыусан, хәтере ҡалыусан, һүҙ күтәрмәүсән. Был сифаттарҙа уларҙы ғәйепләп тә булмай, ваҡытлы күренеш ул. Балалар үҙ эсенә йомолмаһын, бөтә хәл ителмәгән мәсьәләләрен һеҙҙең менән уртаҡлашһын, серҙәрен бүлешергә ата-әсәһенән тартынмаһын өсөн уларҙы нисек тәрбиәләргә? Ғөмүмән, был хаҡта уйланырға беҙҙең ваҡытыбыҙ бармы? Һуңғы осорҙа үҫмерҙәр ҡатнашлығындағы фажиғәләр өлкәндәрҙе битараф ҡалдырырға тейеш түгел.