Йондоҙнамә
(27 ғинуар - 2 февраль)
Ҡуҙы (21.03-20.04)
Ҡуҙылар был аҙнала эш менән өй араһында өҙгөләнер. Сөнки эш күп ваҡытығыҙҙы алыр, ә ғаиләгеҙгә иғтибар етмәҫ. Һеҙҙә алдан һиҙемләү тойғоһо уяныр. Ҡыҙыҡлы кешеләр менән танышырһығыҙ. Ялығыҙ күңелле генә үтер.
Буға (21.04-21.05)
Һөнәри яҡтан камиллашыу өсөн өҫтәмә белем алырға тура килер. Бәғзеләр абруйлы кешеләр ярҙамы менән өҫкә күтәрелер. Буғалар сәфәрҙә, интернет киңлектәрендә һөйгәнен осратыр. Ял көндәрен яратҡан шөғөлөгөҙгә, йә йоҡоға арнарһығыҙ.
Игеҙәктәр (22.05-21.06)
Игеҙәктәр теләктәре менән реаль мөмкинлектәренең айырмаһын аңлар. Эре әйбер һатып алыу хыялын тормошҡа ашыра алмаҫһығыҙ. Шуға күрә килемлерәк эшкә күсергә ниәт итерһегеҙ. Һаулығығыҙға ныҡлап тотонорға кәрәк булыр.
Ҡыҫала (22.06-23.07)
Был аҙна эшлекле һәм шәхси бәйләнештәр булдырыу өсөн уңайлы. Һеҙгә берәй икенсе кешенең эш урынын тәҡдим итерҙәр. Ғашиҡ булыу һәм, киреһенсә, һөйгән кеше менән айырылышыу ихтималлығы юғары. Ваҡ-төйәктәр арҡаһында борсолоу кәрәкмәҫ.
Арыҫлан (24.07-23.08)
Яңы һөнәр алыу, матди хәлегеҙҙе яҡшыртыу өсөн уңышлы осор. Хеҙмәт баҫҡысы буйлап үрләрһегеҙ. Быға етәксегеҙ булышлыҡ итер. Һаулығығыҙ ныҡлы хәстәрлек талап итер. Икенсе яртығыҙ үҙенең һөйөүен иҫбатлар.
Ҡыҙ (24.08-23.09)
Был осорҙа эш, карьера һеҙҙең өсөн иң мөһименә әйләнер. Һеҙҙә булған ойоштороу һәләте юғары баһаланыр. Аҙнаның икенсе яртыһында финансҡа бәйле эштәрҙә һәм техика менән һаҡ булығыҙ. Күңелегеҙ романтикаға ынтылыр.
Үлсәү (24.09-23.10)
Үҙегеҙҙең хеҙмәт бурыстарына, етәксенең ҡушҡандарына ныҡ яуаплы ҡарағыҙ. Шул саҡ тәнҡит һүҙҙәре эләкмәҫ. Кеҫәгеҙҙең ҡалынайғанын тойорһоғоҙ. Аҡсаны файҙалы итеп ҡулланырһығыҙ. Ғаиләгеҙҙә ғауға сығыуына юл ҡуймағыҙ.
Саян (24.10-22.11)
Саяндар үҙҙәрен күптән борсоған һорауҙарға яуап алыр. Нимәлер тураһында алдан белдереүсе төштәр ҙә булыр. Ижади яҡтан актив булырһығыҙ. Йыраҡ юлға сығырға тура килер. Дауаланыу курстары үтһәгеҙ, үҙегеҙҙе һәйбәт тойорһоғоҙ.
Уҡсы (23.11-21.12)
Был аҙнала һеҙ тормошоғоҙға әллә ниндәй үҙгәрештәр индерергә теләрһегеҙ. Оҡшаған әйберегеҙҙе һатып алыу өсөн бурысҡа инергә лә әҙер булырһығыҙ. Яңы танышлыҡтар булдырыуҙың файҙаһын күрерһегеҙ. Мәҙәни сараларға йөрөүҙән баш тартмағыҙ.
Ылаҡ (22.12-20.01)
Күп эшләйһегеҙ, ваҡытығыҙҙы дөрөҫ бүлеп, ял итергә лә онотмағыҙ. Тырышлығығыҙ, әлбиттә, премия менән баһаланыр. Яҡындарығыҙ менән мөнәсәбәттәр тураһында йыш уйланырһығыҙ. Ял көндәрендә йорт мәшәҡәттәре менән булырһығыҙ.
Һыуғояр (21.01-19.02)
Һәр мәсьәләне хәл иткәндә үҙаллы ҡарарҙар ҡабул итергә тура килер. Яратҡан кешегеҙҙән сюрприз көтөгөҙ. Шулай уҡ үҙегеҙҙе спорт ярыштарында ла һынап ҡарай алаһығыҙ. Күңел тыныслығы өсөн ял көндәрен ҡаланан ситтә үткәреү хәйерле.
Балыҡ (20.02-20.03)
Тормошоғоҙҙа барыһы ла һәйбәт кеүек, әммә һеҙҙә ҡәнәғәтлек тойғоһо булмаҫ. Күңелегеҙгә яҡын шөғөлгә тотоноғоҙ. Проблема килеп сығыу менән уны хәл итергә тырышығыҙ. Һөйгәнегеҙ көнләшеүен белдерер. Дуҫтарығыҙ менән байрам ойоштороп алырһығыҙ.