0,5 литр кефир, 2 стакан манный ярмаһы, 2 йомортҡа, 1 сәй ҡалағы шәкәр ҡомо...
Бергә болғатып 15-20 минутҡа ҡалдырырға.
Артабан1,5 стакан он, 0,5 сәй ҡалағы сода, 2 аш ҡалағы үҫемлек майы ҡушып болғатырға, 0,7 банка тирәһе ҡайнар һыу ҡойоп ныҡ ҡына бутарға. Ул күперелеп китә. Әгәр йоҡараҡ ҡоймаҡ кәрәк икән, тағы ла ҡайнар һыу ҡойорға мөмкин.
Табынға булһа, норманы арттырырға була.
Ашығыҙ тәмле булһын!!!
Фәнзилә Сәхибгәрәева альбомынан.