“Эко-Сити” төбәк операторы яңыраҡ “Башҡортостандың көньяғы” бизнес үҙәгендә ҡала эшҡыуарҙары менән осрашыу уҙғарҙы. Уның барышында йүнселдәр сүп-сар сығарыу буйынса һорауҙарына яуап алды һәм килешеүҙәр төҙөнө.
Үҙ биләмәһенән көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыуҙы тәьмин итмәгәндәргә һәм был эште атҡарыуға килешеү төҙөмәгәндәргә ярайһы уҡ ҙур күләмдә штраф һалыу ҡаралған. Был көндө нормативҡа бәйле бик күп һорауҙар булһа ла, йүнселдәр “Эко-Сити” төбәк операторы килешеү төҙөп ҡуйырға ашыҡты.