Ишембай ҡалаһы буйынса тикшереү бүлеге «Ике һәм унан да күберәк кешене үлтерергә итеү» статьяһы буйынса 17 йәшлек егеткә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатҡан.
Йәш кеше өйөнә ҡайтҡас, үҙенең атаһы менән әсәһенә һәм уларға ҡунаҡҡа килгән таныштарына бысаҡ менән ташлана. Йоҡлап ятҡан әсәһенең аяғын яралай, атаһының күкрәгенә ҡаҙай, ә ҡунаҡ кешенең эсенә сәнсә. Атаһы актив ҡаршы тора алғанға һәм ваҡытында күрһәтелгән медицина ярҙамы арҡаһында ғүмерҙәр өҙөлмәй. Егет ҡаса, әммә полицейскиҙар уны ҡала урамында тиҙ арала ҡулға ала.
- Зыян күреүселәргә медицина ярҙамы күрһәтелгән. Хоҡуҡ һаҡсылары енәйәт урынын тикшергән. Ҡулға алынған егеттән һорау алына, - тип хәбәр итәләр төбәктең Тикшереү комитетынан.