Рәсәй Президенты Владимир Путин президент патронажы аҫтында булған идара итеү кадрҙары резервының яңыртылған составын хупланы. Унда 18 кеше өҫтәлгән.
Бөгөн был резервта барлығы 138 кеше иҫәпләнә. Улар араһында төбәк, федераль дәүләт органдары, бизнес вәкилдәре, фәнни һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, шулай уҡ урындағы үҙидаралыҡ органдары вәкилдәре бар.
Резервта ҡатнашыусылар йыл дауамында һөнәри һәм идара итеү компетентлығын үҫтереү буйынса әҙерлек үтә. Иң һөҙөмтәле идарасылар вазифала үрләтелә. Былтыр президент резервынан Әстерхан, Силәбе өлкәләре, Севастополь ҡалаһы башлыҡтары билдәләнгән. Ә йыл башында ошо уҡ резервтан фән һәм юғары белем министры һәм хөкүмәт аппаратының яңы структураһында ике кеше тәғәйенләнде.
#ВладимирПутин