Күптән түгел йырсы үҙенең бик яҡын кешеләрен юғалтыуы хаҡында хәбәр иткәйне. «Был ҡайғы бер кемгә лә килмәһен», - ти артист.
Фирдүс Тямаев ошо ваҡиғаларҙан булған кисерештәрен йыр һүҙҙәренә һалған. Яңыраҡ артист тыңлаусыларға үҙенең өр-яңы ижад емешен «Хуш...Балам» тип исемләнгән Ф.Тямаев көйөнә, Г.Саҙретдинова һүҙҙәренә яҙылған йырын тәҡдим итте.
«Иң ҡәҙерле дуҫтарым Фаяз абзый, Раус Абзый ғаиләләренә бағышлана...
Балаларыбыҙ иҫән-имен булһын, үҙ ризыҡтары, малы менән тыуһындар, бәрәкәтле, изге, мәрхәмәтле, тәрбиәле булһындар, Амин...
Кемдәр был ҡайғыны кисергән барығыҙға ла сабырлык, йөрәгегезгә дауа теләйем...
Асыуланмағыҙ бындай йырҙар яҙғанға... яҙмыштар төрлө, ә ҡайғылар бер булырға мөмкин», – тип яҙған йырсы үҙенең Инстаграм таҫмаһында әлеге йырҙың бер өҙөгөн урынлаштырып.