Һеҙҙең балаларығыҙ йәнһүрәт ҡарарға яратамы? Ә BALALAR проекты башҡорт телендә тәҡдим иткән йәнһүрәттәрҙе сабыйҙарығыҙға күрһәтәгеҙме?
“Балалар” интернет-проекты буйынса башҡорт телендә 5 йәнһүрәт донъя күрәсәк. Хәҙер инде уның ике йәнһүрәте сыҡты.
Улар балаларҙы төҫтәр, һандар, башҡорт телендәге хәрефтәр менән таныштыра. Проекттың төп геройҙары – Бесәй, Бүре, Айыу һәм Төлкө.
“Балалар” проекты 3,5 миллион һум күләмендә дәүләт һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса Башҡортостан Башлығы грантын алған. Порталда башҡорт телендә интерактив уйындар һәм әкиәттәр, йәнһүрәттәр, уйынсыҡтар етештереүселәр менән хеҙмәттәшлек майҙансыҡтары, шулай уҡ ата-әсәләр өсөн онлайн-форумдар булдырыу ҡарала.