газета "Салауат"
-20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Ғинуар 2020, 11:05

Рәсәйҙә - яңы хөкүмәт

Рәсәй Президенты Владимир Путин «Федераль башҡарма власть органдарының структураһы тураһында» указға ҡул ҡуйҙы. Беренсе вице-премьер урынын президенттың иҡтисад буйынса ярҙамсыһы булып эшләгән Андрей Белоусов биләне.

Рәсәй Президенты Владимир Путин «Федераль башҡарма власть органдарының структураһы тураһында» указға ҡул ҡуйҙы. Беренсе вице-премьер урынын президенттың иҡтисад буйынса ярҙамсыһы булып эшләгән Андрей Белоусов биләне.
Премьер-министр урынбаҫарҙары туғыҙ, уларҙың алтауһы – яңы кешеләр: Марат Хөснуллин, Виктория Абрамченко, Дмитрий Чернышенко, Алексей Оверчук, Дмитрий Григоренко. Юрий Борисов, Татьяна Голикова, Юрий Трутнев үҙ вазифаларын һаҡлап ҡалды.
Иҡтисади блок, көс структуралары һәм баш дипломат үҙгәрештәр кисермәне: сит ил эштәре министры - Сергей Лавров, оборона министры - Сергей Шойгу, эске эштәр министры - Владимир Колокольцев, энергетика министры - Александр Новак, сәнәғәт һәм сауҙа министры - Денис Мантуров, финанс министры - Антон Силуанов, транспорт министры - Евгений Дитрих, төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры - Владимир Якушев, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы башлығы - Евгений Зиничев, тәбиғәт ресурстары һәм экология министры - Дмитрий Кобылкин, Алыҫ Көнсығышты үҫтереү буйынса министр - Александр Козлов, ауыл хужалығы министры - Дмитрий Патрушев.
Хөкүмәттең социаль блогы тулыһынса яңырҙы. Һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын Михаил Мурашко биләне. Яңы мәҙәниәт министры итеп Ольга Любимова, мәғариф министры итеп Сергей Кравцов тәғәйенләнде. Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығын Антон Котяков, Спорт министрлығын Олег Матыцин етәкләй. Фән министры - Валерий Фальков.
Башҡа үҙгәрештәр: Иҡтисади үҫеш министрлығын Максим Решетников етәкләй. Элемтә министры итеп Мәҡсүт Шадаев тәғәйенләнде. Юстиция министры вазифаһына Константин Чуйченко тәғәйенләнде.
#ВладимирПутин
Читайте нас: