газета "Салауат"
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Ғинуар 2020, 19:35

200 юллама менән - Сочиға

Рәсәй Федерацияһы Социаль страховкалау фондының Башҡортостан буйынса төбәк бүлексәһе 3 февралдәге аукционда дәүләттән социаль ярҙам алған граждандарҙы шифахана-курорт дауалауы буйынса хеҙмәттәр менән тәьмин итеүсене һайлап алырға ниәтләй. Контракттың башланғыс хаҡы – 5,2 миллион һум. Ошо суммаға 21 көнлөк 200 юллама һатып алыу ҡаралған.

Финанслау – федераль ҡаҙнанан, тип күрһәтелгән һатып алыуҙар документтарында.
Шифаханаларҙың ҡан әйләнеше системаһы, һулыш алыу органдары, нервы, һөйәк-мускул системаһы, ҡолаҡ, күҙ сирҙәрен дауалау йүнәлешендә эшләүе мотлаҡ.
Шифаханалар Краснодар крайы биләмәһендә һәм Сочи курорттарында булырға тейеш.
/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/
Читайте нас: