Яңы составтағы хөкүмәт менән осрашыуҙа президент министрҙар кабинетында элекке составта эшләүселәр ҙә ҡалыуын, шулай уҡ уның яңырыуын да билдәләп үтте. Шулай уҡ ил етәксеһе яңы хөкүмәткә уңыштар теләп, эштәренең юғары күркәткестәргә ирешеүенә ышаныс белдерҙе.
Дәүләт башлығы Владимир Птуин менән осрашыуҙан һуң премьер-министр Мишустин хөкүмәттең беренсе ултырышны үткәрҙе. Ул өҫтөнлөклө бурыстарҙы билдәләне: демография, балалары булған ғаиләләргә ярҙам, сифатлы белеме биреү һәм һаулыҡ һаҡлау һәм президенттың мөрәжәғәтнамәһен тормошҡа ашырыу өсөн бюджетҡа үҙгәрештәр индереү менән тиҙ арала шөғөлләнергә ҡушты.
#ВладимирПутин