газета "Салауат"
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Ғинуар 2020, 12:25

Бурлыҡ - хурлыҡ

Өфө полицияһы сауҙа йортонда сит кешенең банк картаһын табып, уның менән файҙаланған ҡыҙҙы эҙләй.

Өфө полицияһы сауҙа йортонда сит кешенең банк картаһын табып, уның менән файҙаланған ҡыҙҙы эҙләй. 39 йәшлек ҡатын полицияға картаһын юғалтыу тураһында ғариза яҙа. Карта юғалтыуын асыҡлап, уны япҡанға тиклем, кемдер уның ете мең һум аҡсаһын тотоноп өлгөрә.
Полиция хеҙмәткәрҙәре шик аҫтына эләккән кешене - йәш ҡыҙҙы видеокүҙәтеү камераһы аша табып, уның шәхесен асыҡларға ярҙам һорай: "Әгәр ҙә һеҙ ошо ҡыҙҙы таныһағыҙ, уның ҡайҙа икәнен белһәгеҙ, яҡындағы полиция бүлексәһенә хәбәр итегеҙ йәки шылтыратығыҙ: 279-39-02, 237-19-60, 02 (102 — кеҫә телефонынан), 279-56-22, 279-56-24».
Был ҡыҙға ҡарата сит кешенең картаһы менән ҡулланғаны өсөн енәйәт эше асылған.
Фото: БР буйынса ЭЭМ сайтынан.
Яңылыҡ авторы: Баныу Ҡаһарманова ("Йәшлек" гәзитенән) https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Burli--hurli-85004/
Читайте нас: