Яңыраҡ баш ҡала табиптарына 34 аҙналыҡ ауыры булған ҡатынды ҡотҡарырға тура килә. Ул ныҡ ҡына яраланған була - бысаҡ ҡорһаҡ ярыһын, балаятҡыны, хатта тыумаған сабыйҙың ҡушар һөйәген йәрәхәтләгән булған.
Табиптар уға операция яһай. Ул ваҡытта фажиғәнең сәбәптәрен билдәе түгел ине әле. Был хәл социаль селтәрҙәрҙә лә шау-шыу ҡуптарҙы. Йәнәһе, йөклө ҡатынға ҡул күтәрергә кемдең намыҫы еткән. Баҡтиһәң, был яраны буласаҡ әсә үҙе яһаған булып сыҡты. Ул үҙен һәм тыумаған балаын үлтерергә теләгән. Ҡатын тарафынан ҡот осҡос енәйәт ҡылынһа ла, уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылмаясаҡ.
- Ул тыуған сабыйҙы түгел, ә яралғыны үлтерергә маташҡан. Был икеһе ике төрлө хәл, аборт өсөн бер кемгә лә яза бирелмәй, - ти информаторҙар. Ҡайһы бер сығанаҡтар тыумаған балаһын үлтерергә маташҡан ҡатын депрессиянан яфа сигә, ти.