Вәғәҙә - иман, тиҙәрме. Шулай итеп, 2020 йылға “Салауат” гәзитенә яҙылылыусылар араһында отторолған бүләк хужалары асыҡланды. РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров әҙерләгән электр самауырын Дәриға Ҡорбанғалиева һәм термопотты Римма Мәжитова алды.
Зариф Закир улы инициативаһы менән йыл да матбуғат баҫмаларына, шул иҫәптә “Салауат” гәзитенә ярҙам күрһәтелә. Быға тиклем ул баҫмабыҙҙы пенсионерҙарға, аҙ тәьмин ителгән граждандарға яҙҙырып таратһа, был юлы ул тағы ла гәзитебеҙгә яҙылыусылар өсөн үҙ бүләктәрен тәҡдим итте.
Ул приздар гәзиткә яҙылып, квитанция һүрәтен пост аҫтына һалып, беҙҙең яҙмаға лайк ҡуйыусылар һәм репост эшләүселар араһында (дүрт талапты үтәүселәр араһында) отторолдо. Еңеүселәр махсус программа аша билдәләнде. Барыһы ла ғәҙел барҙы, еңеүсене робот һайлап алды.
Беҙҙең бүләк отоусыларға приздарын Зариф Байғусҡаров шәхсән үҙе тапшырҙы. Бының өсөн кисә Өфөгә барып, Зариф Закир улы менән уҙғарылған матбуғат конференцияһында ҡатнаштыҡ һәм бүләктәр ҙә шунда бирелде.
Бүләк отмаусыларҙың кәйефе төшмәһен! Алдағы йылдарҙа ла төрлө приздар уйнатыласаҡ, конкурстар ойоштороласаҡ. Ҡатнашығыҙ, ситтә ҡалмағыҙ!