газета "Салауат"
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Ғинуар 2020, 14:15

Ялған белешмә биргән сайттар ябыла

Өфө прокуратураһы ялған медицина белешмәһе һатыу тураһында мәғлүмәт биргән 18 интернет-сайтты япҡан, улар иҫәбендә дәүләт хеҙмәтенә инеү мөмкинлеген, автомобиль йөрөтөүгә хоҡуҡ биргәндәре лә, хатта наркологик диспансерҙан документ алыуҙы ойошторғандары ла бар. Был сайттарға һәр кешенең инә алыу мөмкинлеге булған һәм, кемлегенә ҡарамаҫтан, медицина белешмәһе ала алған.

Рәсәй ҡануниәтенә ярашлы, административ йәки енәйәти яуаплылыҡты күрһәткән мәғлүмәтте таратыу тыйыла. Был осраҡта ялған документтар эшләп биреү енәйәткә тиң.
Прокуратура тыйылған мәғлүмәтте таратыу тураһында бер нисә дәғүә төҙөп, судҡа йүнәлткән. Үҙ сиратында суд был дәғүәләр менән ризалашҡан. Тиҙҙән бындай интернет сығанаҡтарға ябылыу янай.

Фото: twitter.com
Автор: Аклима Гизатуллина
Читайте нас: