Байкал аръяғы крайында Артур Хәкимовтың хеҙмәт иткән урынын ташлап китеүе, һуңынан үҙе полицияға килеүе хаҡында хәбәр иткәйнек инде. Әле һалдат госпиталдә ята. Ошо көндәрҙә "URA.RU" агентлығына Артурҙың әсәһе улы янына барырға әҙер булыуын белдергән.
"Госпиталдән һуң ҡабаттан кире часына ҡайтарһалар, уның урынына үҙем барасаҡмын. Борзя ҡалаһында хеҙмәт иткәндә бөтәһе лә яҡшы ине. Тураға килгәс, бына шундай хәл килеп сыҡты. Артур ике йыл буйы армияға барырға атлығып йөрөнө, мин үҙем дә уның хеҙмәт итеүен теләнем", – ти уның әсәһе Ирина Хәкимова.
Әсәһе әйтеүенсә, әле улының хәле яҡшы, ә бына уны армиянан алдан ҡайтарыу хаҡында бер ниндәй мәғлүмәт тә юҡ.