газета "Салауат"
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Ғинуар 2020, 12:15

Республикала йәнлектәр менән яуаплы мөғәмәлә итеү тураһында закон ҡабул ителә

Башҡортостанда йәнлектәр менән яуаплы мөғәмәлә итеү тураһында закон ҡабул ителә. Был турала Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

Башҡортостанда йәнлектәр менән яуаплы мөғәмәлә итеү тураһында закон ҡабул ителә. Был турала Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.
Депутаттар 30 ғинуарҙағы пленар ултырышта «Урындағы үҙидара органдарына Башҡортостан Республикаһының ҡайһы бер дәүләт вәкәләттәрен биреү тураһында»ғы Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында закон проектын ҡарай.
«Закон проекты йәнлектәрҙе яҡлау, уларға кешелекле мөнәсәбәттә булыу һәм кешенең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында улар менән мөғәмәлә итеү өлкәһендәге эшмәкәрлекте көйләй, – тип аңлатма бирҙе Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев. – Хужаһыҙ хайуандарҙы тотоу һәм аҫрау менән муниципалитеттар шөғөлләнә. Ҡануниәттәге үҙгәрештәр уларға өҫтәмә бурыстар йөкмәтә: урамда йөрөгән берәҙәк хайуандарҙы стерилләргә һәм элекке йәшәгән урынына кире ҡайтарырға, үлемесле сирлеләренә эвтаназия эшләргә, баҫҡынсыл булғандарын ғүмерлеккә махсус приюттарҙа тоторға. Быларҙың барыһы ла бюджетҡа өҫтәмә йөкләмә һала».
Парламент спикеры һүҙҙәренсә, әлеге ваҡытта республика бюджеты йыл һайын йәнлектәрҙе тотоу һәм аҫрау өсөн муниципалитеттарға 63,4 миллион һумға субвенциялар бүлә. Закондың яңы талаптарына бәйле сумма арттырыла. Закон проекты ошо эшмәкәрлекте финанслау нормативтарын иҫәпләүҙең яңы методикаһын тәҡдим итә.
Дәүләт Йыйылыш рәйесе этик һәм халыҡтың һаулығын һаҡлау йәһәтенән дә ошо эштең әһәмиәтен билдәләне.
/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.
Читайте нас: