газета "Салауат"
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Ғинуар 2020, 11:55

"Отчество"һын "матчество"ға алмаштырған

Бының менән ҡыҙ психологик комфортҡа өлгәшкән һәм ғүмер буйы донъя йөгөн яңғыҙы тартҡан әсәһенә рәхмәтен еткергән.

Бының менән ҡыҙ психологик комфортҡа өлгәшкән һәм ғүмер буйы донъя йөгөн яңғыҙы тартҡан әсәһенә рәхмәтен еткергән.
Красноярск ҡыҙы Дарья Штромдың атаһы менән мөнәсәбәттәре көсөргәнешле була. Бигерәк тә бала сағында ҡыҙ унан йәберҙе күп күргән. Шуға күрә Дарья патронимдан (атаһының исеменән) баш тартып, уны матронимға (әсәһенең исеменә) алмаштырған, паспортҡа үҙен Дарья Ириновна тип яҙҙыртҡан. Был процедураны башҡарыу еңел булған, ни бары район ЗАГС-ына ғариза яҙырға һәм пошлина түләргә талап ителгән.
Яңылыҡ авторы: Лилиә Хәлитова
("Йәшлек" гәзитенән алынды).
Читайте нас