Православныйҙарҙың ҙур байрамы - Крещение уҙҙы. Унда 51 мең кеше мәкегә сумып, йоланы атҡарҙы.
“Быйыл Башҡортостанда был маҡсатта 89 мәке әҙерләнгәйне. Унда 51 мең самаһы кеше сумды. Бер ниндәй насар күренеш теркәлмәне, байрам яҡшы, бәлә-ҡазаһыҙ үтте. Был эштең яҡшы ойошторолоуы тураһында һөйләй”, - тине Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров.
Республикала мәкегә сумғандар иҫән-һау, ә бына Калининград өлкәһендә 23 йәшлек егет мәкегә сумып умыртҡа һөйәген һындырған. Ул мәкегә сумған һәм муйыны менән төпкә ҡаҙалған.
Егет ашығыс ярҙам бригадаһына тапшырылған.