газета "Салауат"
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Ғинуар 2020, 11:10

Эшҡыуарҙарға ярҙам

Эшҡыуарҙар 10 миллион һумға тиклем кредитты 9,95 проценттан юғары булмаған ставка менән биш йылға алыу хоҡуғына эйә. Кредит алыуҙа талаптар ҙа ябайлаштырылған.

Эшҡыуарҙар 10 миллион һумға тиклем кредитты 9,95 проценттан юғары булмаған ставка менән биш йылға алыу хоҡуғына эйә. Кредит алыуҙа талаптар ҙа ябайлаштырылған.
Быға тиклем дә эшҡыуарҙар өсөн ташламалы кредит бирелә һәм уның күләме 8,5 проценттан артмай ине. Ул программа былтыр февралдә “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам итеү” милли проектына ярашлы эш башлағайны.
“Быйыл программа кредиттың “эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген үҫтереү” тигән яңы төр менән тулыландырыла. Уның буйынса 10 миллион һум күләмендәге кредитты биш йылға һәм 9,95 проценттан артмаған ташламалы ставка менән алырға мөмкин. Тағы кредиттар буйынса ябайлаштырылған талаптар ҡуйылған. Мәҫәлән, һалымдар буйынса бурыстың барлығы буйынса сикләүҙәр юҡ”, - тип аңлатмалар биргән Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш буйынса министрлығының матбуғат хеҙмәте. Кредит инвестиция эшмәкәрлегенә йүнәлтелергә тейеш.
#Миллипроекттар
Читайте нас: