Бөгөн Башҡортостанға эш сәфәре менән Чечня Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығы вәкилдәре килгән. Делегацияға министр Эльхан Сөләймәнов етәкселек итә. Был хаҡта республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәт бирә.
Эшсе төркөмгә шулай уҡ министр урынбаҫарҙары, Чечнялағы ҙур медицина ойошмалары етәкселәре инә. Сәфәр ике көн дауам итәсәк, делегация республиканың һәм баш ҡаланың ҙур дауаханаларында, медицина учреждениеларында буласаҡ.
Ике республика араһында медицина тармағы йүнәлешендә хеҙмәттәшлек итеү буйынса килешеүгә ҡул ҡуйылған. Уға ярашлы, төбәктәр араһында граждандарға медицина ярҙамы күрһәтеүҙә тәжрибә уртаҡлашыу, медицина ойошмаларының эшен ойоштороу һәм ҡулайлаштырыу, Башҡортостанда һәм Чечняла урынлашҡан медицина учреждениелары, юғары һәм урта медицина уҡыу йорттары араһында тура бәйләнеш булдырыу, медицина технологиялары өлкәһендәге заман ҡаҙаныштарын һәм медицина хеҙмәтләндереүе менеджментын ғәмәлгә индереү күҙаллана.
Килешеүҙе тормошҡа ашырыу йәһәтенән уртаҡ семинарҙар, фәнни-ғәмәли конференциялар, күргәҙмәләр, кәңәшмәләр ойоштороу планлаштырыла, рәсми делегациялар һәм медицина өлкәһендәге төрлө йүнәлешле белгестәрҙән торған төркөмдәр ике республикала ла булып, тәжрибә уртаҡлашасаҡ.
Фото: health.bashkortostan.ru