Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы “Айыҡ ауыл” республика конкурсы сиктәрендә “ҡыҙыу бәйләнеш” ойоштора. Республика халҡына психологик, наркологик ярҙам күрһәтеү маҡсатындағы был сара 22-23 ғинуарҙа үтә.
Республика халҡы 8-800-7000-183 телефоны аша иртәнге сәғәт 11-ҙән киске 8-гә тиклем нарколог, психолог һәм психотерапевтарға бушлай мөрәжәғәт итә аласаҡ. Айыҡ йәшәү рәүеше, эскелек һәм наркоманиянан дауаланыуға бәйле һорауҙар бирергә мөмкин. Белгестәр аныҡ ҡала йә районда ҡайҙа профессиональ ярҙам алыу мөмкинлеген, дәүләт медицина үҙәктәре бушлай йә шәхси дауаханалар түләүле нигеҙҙә ниндәй хеҙмәттәр күрһәткәнен аңлатып бирәсәк. Табиптарға башҡорт һәм урыҫ телдәрендә мөрәжәғәт итергә була.