Санкт-Петербург ҡалаһындағы дауаханаларҙың береһенә алты йәшлек ҡыҙҙы килтергәндәр. Ул ныҡ туҡмалған, алама кейенгән һәм таҡыр башлы була. Бала бер аҙнанан артыҡ реанимацияла иҫенә килә алмай.
Хәле арыуланғас, атаһы менән үгәй әсәһенең йыш туҡмауҙары, йәберләүҙәре тураһында һөйләй.
Атай кеше ғәйебен таный. Ул ҡыҙын әсәһенә, йәғни тәүге ҡатынына оҡшағаны өсөн сәсенән һөйрәтеп йөрөтөүе, һау тешен һурырға маташыуы, бәйләп ҡуйып бәҙрәфкә йөрөтмәүе, ошо сәбәпле, аҫтына кесе ярау иткән баланы нығыраҡ туҡмауын һөйләп биргән.
Ирле - ҡатынлыға енәйәт эше ҡуҙғатылған. Был ҡанһыҙ әҙәмдәрҙең уртаҡ балалары ла бар. Бөгөн опека органдары уларҙы тартып алған.