19 ғинуарға ҡараған төндә 03:36 сәғәттә ҡотҡарыусыларға Стәрлетамаҡ ҡалаһының 1-се Йылға тыҡрығы урамында янғын сығыуы хаҡында хәбәр иткәндәр. Фажиғә урынына ике янғын һүндереү машинаһы, һигеҙ ҡотҡарыусы барған. Барғас, ут ҙур кирбес йорттоң бойлер бүлмәһендә сыҡҡаны асыҡланған. Янғынды һүндергәс, ирҙең кәүҙәһен тапҡандар.
Өфө янындағы баҡсалағы ике ҡатлы йортта ла янғын сыға. Фажиғә урынына 11 ҡотҡарыусы, 3 янғын һүндереү машинаһы сыға. Янғындың күрше-тирәләге ҡоролмаларға күсеү ихтималлығы ҙур була. Янғынды 40 минуттан һуң ғына һүндерә алалар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғын һүндереүселәр бер ирҙең кәүҙһен табып ала. Янғын сәбәптәре асыҡлана.
БР буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан алынған мәғлүмәттәр буйынса, 16 ғинуарҙа Белорет ҡалаһындағы күп фатирлы йортта янғын сыға. Утты һүндереүгә 2 берәмек техника, 8 ҡотҡарыусы йәлеп ителә.“32 кеше, шул иҫәптән ете бала эвакуациялана. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғын һүндергән ваҡытта 38 йәшлек ир кешенең үле кәүҙәһе табыла. Ут сыҡҡан фатирҙың стеналары, түшәме, бар мөлкәте зыян күрә. 15 квадрат метр майҙанды тәшкил иткән янғын һүндерелә”, - тип хәбәр итәләр Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы матбуғат хеҙмәтенән.
Өфөлә лә янғын менән бәйле фажиғә теркәлә.
Баҡалы урамындағы күп ҡатлы йортта ут сыға. Ҡотҡарыусылар ике бүлмәле фатирҙа сүп-сар яныуын асыҡлай, ғүмерҙәргә ҡурҡыныс янаған урындан халыҡ шунда уҡ эвакуациялана. Был ваҡиға ла ҡорбанһыҙ үтмәй - ир кешенең ғүмере өҙөлә.
Фажиғәләрҙең сәбәптәрен асыҡлау буйынса тикшереү эштәре бара.