газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Ғинуар 2020, 21:50
Янғын бигерәк аяуһыҙ
Беҙҙең ҡалала бөгөн сыҡҡан тағы бер янғын уттың бигерәк аяуһыҙ икәнлеген тағы бер тапҡыр иҫбатланы. Фажиғә был юлы Матросов бульварындағы йорт фатирында сыға.
Беҙҙең ҡалала бөгөн сыҡҡан тағы бер янғын уттың бигерәк аяуһыҙ икәнлеген тағы бер тапҡыр иҫбатланы. Фажиғә был юлы Матросов бульварындағы йорт фатирында сыға. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән белдереүенсә, төн уртаһында янғын сығыуы тураһында хәбәр алына. Янғын һүндереүселәр ике ҡатлы йорттағы фатирҙы ут ялмауын күреп, ете кешене эвакуациялай. Янғынды һүндергәндә фатирҙа 1956 йылғы ҡатындың булыуы асыҡлана. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, “Ашығыс ярҙам” менән дауаханаға илткәндә ул йән бирә...
1955 йылғы бер ир ҙә утта зыян күрә. Ул дауаханаға оҙатыла. Фажиғәгә килтергән ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.
Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәү ҙә оло бәләләрҙән һаҡлап ҡала ала. Уяу булырға кәрәк. Һаҡланғанды - һаҡлармын, тигән бит Хоҙай Тәғәлә лә.
Фото БР-ҙың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Читайте нас: