Бали утрауында ял иткән 27 йәшлек яҡташыбыҙҙы мотоцикл бәрҙереп, ауыр тән йәрәхәттәре алғайны. Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡыҙҙы Өфөгә алып ҡайтырға күрһәтмә бирҙе.
Ысынлап та, бөгөн Анна Понамарева Өфөгә килтерелде. Уны самолет бортынан уҡ республика санитар табиптары ҡаршы алды. Алыҫ һауа осошон ҡыҙ ҡатмарлыҡһыҙ үткәргән.
Анна Өфөнөң 21-се клиник дауаханаһына урынлаштырылған. Урындағы табиптар ҡыҙҙы тулыһынса медицина тикшеренеүҙәре үткәргәс, уға артабанғы дауаланыу курстарын тәҡдим итәсәк.